- Uluslararası Türk Lehçe Araştırmaları Dergisi (TÜRKLAD)
- Volume:2 Issue:1
- ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ФОЛЬКЛОРЫНДА КОСМОГОНИЯ (Автор яҙып алған экспедиция материалдары буйынса)...
ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ФОЛЬКЛОРЫНДА КОСМОГОНИЯ (Автор яҙып алған экспедиция материалдары буйынса)
Authors : Gölnar YULDIBAYEVA
Pages : 329-335
Doi:10.30563/turklad.381728
View : 11 | Download : 11
Publication Date : 2018-06-20
Article Type : Research Paper
Abstract :Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған фольклор экспедициялар ында йыйылған халыҡ ижады үрнәктәре араһында иң йыш осрағаны Ҡояш, Ай, йондоҙҙар тураһында мәғлүмәттәр. Был соляр образдар хаҡында төрлө мәғлүмәттәрҙең таралыуына беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяға булған ҡараштары сәбәпселер. Борон-борондан кешеләрҙе әйләнә-тирәләге тереклектең ҡайҙан һәм ни рәүешле килеп сығыуы тураһында һорауҙар ҡыҙыҡһындырған. Күк йөҙө, донъя бары тик күҙ күреме менән генә ҡабул ителгән, ә аңлата алмаған урындар, реаль ысынбарлыҡ кешенең фантазияһы, мифтар менән тулыландырылып, йәнләндерелгән. Хәҙерге көндә уҙғарылған экспедиция материалдарын ө йрәнгәндә, халыҡ хәтерендә б ар йыһанға яҡтылыҡ, йәшәү бүләк итеүсе Ҡояш культына ҡағылышлы, бигерәк тә уның ҡалҡыуына бәйле мифтар, үҙенсәлекле ышаныуҙар, им-томдар, шулай уҡ, магик көскә эйә булыусы Айға, уның тулыуына, тыуыуына бәйле мәғлүмәттәр, тыйыуҙар, к үк биҙәге йондоҙҙар хаҡында ла ҡыҙыҡлы материалдар тотороҡло һаҡлана. Кешеләр һәр ваҡыт уларҙың күктәге торошон, хәрәкәтен күҙәткән. Был күҙәтеүҙәр халыҡ ижадының йолаларында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә лә һынланыш тапҡан.Keywords : Башҡорт фольклоры, космогония, экспедиция, миф, йола, ҡояш, ай